Яҡташыбыҙ Мөҙәрис Асылбаев 2022 йылдың май айынан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Ул 2019 йылда армия хеҙмәте тамамланыу менән контракт төҙөй, тип яҙа “Иглинские вести”. Ике йыл эсендә яҡташыбыҙ пехотала, разведкала хеҙмәт итергә өлгөрә, хәҙер ул Т-72 танкы командиры. Егет легендар “Алеша” танкы экипажы менән бер батальонда хеҙмәт итә. Хатта экипаж ағзалары менән бер блиндажда йәшәргә тура килгән. 9 майҙа Мөҙәрис Асылбаев Мәскәүҙәге Еңеү Парадында ҡатнаша, ул бының менән бик ғорурлана. Батырлығы өсөн ул ике Ҡаһарманлыҡ орденына лайыҡ булған, беренсеһе н төнгө разведкалағы ҡыйыулығы, икенсе награданы ҡамауға эләккән разведка төркөмөн алып сыҡҡандағы батырлығы өсөн тапшырғандар. Һуғыш һуғыш инде. Ғүмере ҡыл өҫтөндә генә ҡалған осраҡтар ҙа була. Егет Архангел районында тыуған. 2011 йылда Иглин районына күсеп киләләр. Мөҙәрис 5-сенән 9-сы класҡа тиклем Түбәнге Ләмәҙҙә белем ала. Яу яланынан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында тыуған мәктәбендә булып, уҡытыусылар һәм балалар менән осраша, фәһемле әңгәмә үткәрә. Беҙ уның Еңеү менән иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайтыуын көтәбеҙ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото: https://iglvesti.com/news/novosti-rayona/2024-05-21/boets-iz-iglinskogo-rayona-bashkirii-rasskazal-o-chudesah-kotorye-proizoshli-s-nim-na-fronte-3776024