Күп бала тәрбиәләгән әсәләрҙең пенсияға иртәрәк сығыу мөмкинлеге бар, тик бының өсөн ҡайһы бер шарттарҙың үтәлеүе мөһим. Ваҡытынан алда страховкаланған пенсия тәғәйенләү өсөн ғаиләләге балаларҙың һигеҙ йәшкә етеүе мотлаҡ. Өс бала тапҡан һәм тәрбиәләгән ҡатындар пенсияны 57 йәштә рәсмиләштерә ала. Әгәр дүрт бала тәрбиәләп үҫтерһә, 56 йәштән пенсияға сығыу мөмкинлеге бар.Биш һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләр пенсияны 50 йәштә үк рәсмиләштерә ала. Шуныһы мөһим: пенсияға сығыу өсөн әсәнең кәм тигәндә 15 йыллыҡ страховкаланған хеҙмәт стажы булырға тейеш. 2024 йылда ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн шәхси пенсия коффициенты (ИПК) кәм тигәндә 28,2 тәшкил итергә тейеш. Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.