Бөгөн илебеҙ Сик буйы ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Йәшел беретлыларҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡотланы. “Билдәләп үтәйем, күп осраҡта сик һаҡсыларының тәүәкәллеге арҡаһында Рәсәй биләмәһенә ялланған кешеләр, хыянатсылар һәм дошман диверсия төркөмдәре бандаларының күп тапҡырҙар үтеп инеү ынтылыштары уңышһыҙлыҡҡа осрай. Был террористик рейдтарҙы беҙҙең ерҙә планлаштырыусылар яңылыша, ҡаты һәм ҡырыҫ ҡаршылыҡ менән осраша. Артабан да махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүҙә ҡыйыу һәм ныҡлы эш итерһегеҙ, тип ышанам,” – тине Владмир Путин сик һаҡсыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап. "Башҡортостан" гәзитендә оҙаҡ йылдар бүлек мөдире булып эшләгән Азат Сәғәҙей улы Заһитов та сик хеҙмәтендә хеҙмәт иткән. - 1988-1990 йылдарҙа Афған сигендә вертолет полкында хеҙмәт иттем. Радио-электрон ҡорамалдар бүлексәһе командиры булдым. Бүлексәлә ун кеше инек, вертолеттарҙы хеҙмәтләндерҙек. Ғаиләбеҙҙә ағайым да пограничник булып хеҙмәт итте. Илебеҙҙең сиген һаҡлау беҙҙең өсөн ҙур ғорурлыҡ булды. Алдыбыҙға ниндәй ауыр бурыстар ҡуйылһа ла, армия уларҙы урынына еткереп, теүәл итеп үтәргә өйрәтте һәм был тормош мәктәбе әле лә һәр ерҙә ярҙам итә. Барлыҡ пограничниктарҙы Сик буйы ғәскәрҙәре көнө менән ихлас күңәлдән ҡотлайым! Һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйем! - тине Азат Сәғәҙей улы. Беҙ ҙә сик һаҡсыларын, ветерандарҙы матур байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Һәр саҡ йәшел береттарығыҙға тоғро ҡалып, илебеҙҙең сигенә дошманды үткәрмәҫһегеҙ, тип ышаныбыҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге һәм тыныс хеҙмәт юлы теләйбеҙ! Рәмилә МУСИНА фотолары, шулай уҡ социаль селтәрҙән алынды.