Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс үләндең тамырын йыйығыҙ: беренсеһе - бәпембә...

“Беҙ бәпләп, тәрбиәләп картуф үҫтерәбеҙ, ә уның араһындағы сүп үләндәрен йолҡоп ырғытабыҙ. Ә бит ҡайһы бер осраҡта, мәҫәлән, сирләгәндә, картуф түгел, тап шул үләндәр дауалай ала. Сүп үләндәренең күбеһе – дарыу! Кеше бөтөрөргә тырыша, әммә улар бирешмәй, сөнки барлыҡ тереклеккә кәрәк. Мин һәр ваҡыт әйтәм: “Бер сир менән дә ауырымайым тиһәгеҙ, өс үләндең – бәпембә, дегәнәк һәм аҡтамырҙың тамырын ҡаҙып алығыҙ. Уларҙы бергә ҡушып, төнәтмә эшләгеҙ. Һәр үлән тамырын айырым да ҡулланырға мөмкин. Мин 25 төрлө тамыр йыям, әммә һеҙ барыһын да йыя алмаясаҡһығыҙ, ошо өсәү ҙә етә”, тип яҙған үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Е.Ф. Зайцева. Елена Федоровна халыҡ араһында "Монастырская травница" булараҡ билдәле. Ул тәҡдим иткән тәүге үлән - бәпембә. "Бәпембәне беҙ ҡый үләне тип һанайбыҙ. Яҙғыһын йәшел япраҡтарын йыйып, салат эшләп ашағыҙ. Әсе тәме бөтһөн өсөн ике сәғәт һалҡын тоҙло һыуҙа тотоғоҙ. Элек уның япраҡтарынан аш бешерҙек, ә тамырын ҡура инек. Бәпембә тамыры анемияны, ашҡаҙан һәм бауыр яман шешен, лимфа төйөндәренең елһенеүен, артроз, артрит, остеохондроз, быуындар һыҙлауын дауалай. Айырыуса көҙгөһөн сәскә атып өлгөрмәгән бәпембә тамырын ҡаҙып алырға тырышығыҙ, сөнки ул бөтә көсөн сәскәһенә түгел, ә тамырына ебәргән була", - тип өйрәткән Е.Ф. Зайцева. Үләндәр менән дауалау оҫтаһы булып танылған Е.Ф. Зайцеваның яҙмаларынан тәржемә ителде. Мәҡәлә танышыу маҡсатында бирелә, үләндәр менән дауаланыуҙы башлар алдынан табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, сөнки иҫкәрмәләр бар. Фото: gas-kvas.com һәм автор фотолары.