Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һүҙҙәреңде елгә осорма

Бер әҙәм туҡтауһыҙ яла яға торғас, Зәйнулла ишанды төрмәгә ултыртып ҡуялар.Яла яғыусы кеше ауырый башлай. Ниндәй генә табиптарға, бағымсыларга бармаһын, файҙаһы теймәй. Нахаҡҡа яҙған ялыуҙарым өсөн миңә язалыр был тип, Зәйнулла ишандан ғәфү үтенергә уйлай.- Мин һине ғәфү итәм, - ти ишан. - Тик бер шартым бар.- Бер генәме? - тип һөйөнә яла яғыусы.- Бер генә... Өйөңдәге иң ҙур мендәрҙе алып сыҡ та, шуның мамығын урам буйлап тарат.Ғәйбәтсе эшен бик тиҙ генә атҡарып, хәҙрәт янына тағы килә.- Бик тиҙ эшләгәнһең, - ти Зәйнулла ишан. - Еңел булдымы?- Бер ауырлығы юҡ.- Хәҙер таратҡан мамығыңды йыйып ал. Йыйып бөтөрә алһаң, ғәфү итермен, - ти ишан.- Был булдыра алмай торған эш. Уны нисек йыйып бөтөрәйем? - ти яла яғыусы аптырап.- Һүҙҙе лә шулай, - ти хәҙрәт. - Әйтеүе генә еңел... Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән