2024 йылда Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы үҙ базаһында Креатив индустриялар өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге аса. Колледж «Профессионалитет» федераль проекты сиктәрендә «Сәнғәт һәм креатив индустрия» урта профессиональ белем биреү кластерын булдырыуға федераль бюджеттан субсидиялар формаһында гранттар биреүгә конкурста еңеү яуланы. - 2022 йылдан «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыу колледждарҙы яңыртырға мөмкинлек бирә. Федераль проект ярҙамында быйыл республикала өҫтөнлөклө тармаҡтар буйынса 14 заманса үҙәк эшләйәсәк, уларҙы булдырыуға 1,152 миллиард һум федераль аҡса йәлеп ителгән, республика бюджетынан 617,5 миллион һум бүленгән. Үҙәктәр һаны буйынса беҙҙең республика Рәсәйҙә 1-се урынды биләй, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин. Яңы уҡыу йылында колледжда эш төрҙәре буйынса туғыҙ яңы зона асыла: «Интерьер дизайны», «Зәргәр биҙәүестәрҙе проектлау һәм моделләштереү», «Моушн-дизайн», «Реклама продукцияһын әҙерләү һәм булдырыу», «Фототехника һәм технологиялары», «Веб-дизайн», «Һанлы дизайн». - Студенттарыбыҙға белем алыу һәм үҫешеү өсөн иң яҡшы шарттар тәҡдим итә алыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ. «Профессионалитет» хеҙмәт баҙары ихтыяждары менән килешеп, кадрҙар әҙерләүҙең тармаҡ моделен төҙөргә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙың мәшғүллеген тәьмин итергә һәм, һөҙөмтәлә, төбәк иҡтисады үҫешенә импульс бирергә мөмкинлек бирәсәк, - тине колледж директоры Леонид Васильев. Бындай саралар ил Президенты В.В. Путиндың май указы менән раҫланған “Фән” милли проекты (национальный проект “Наука”) ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырырға ярҙам итә. Сығанаҡ: education.bashkortostan.ru