Үзбәкстандың «Ялла» дәүләт атҡаҙанған ансамбленең художество етәксеһе Фәрух Закиров «Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Бүләкләү тантанаһы Сибайҙа үткән «Урал аръяғы - 2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында булды.«Мин был награданы халҡыма оло хөрмәт, Үзбәкстанға ихтирам билдәһе итеп ҡабул итәм. Һәр саҡ дуҫ һәм татыу йәшәйек», - тине Үзбәкстандың билдәле артисы Фәрух Закиров һәм Радий Хәбировҡа үзбәктәрҙең милли халатын, китап бүләк итте. Ул шулай уҡ сибайҙарға һәм ҡала ҡунаҡтарына үҙенең йыр-моңдарын бүләк итте, күптән инде бар халыҡтың хитына әүерелгән "Учкудук" йырын барыһы ла бергә йырланы. Фото: асыҡ сығанаҡтан