Бер үк ризыҡ төрлө хужабикәлә төрлөсә килеп сыға. Ауырғазы районының Усман ауылынан Минира Бикәнәсованың ҡыҙыл эремсекте эшләүҙең үҙ алымы һәм ул “Башҡортостан” гәзите уҡыусылары менән уның серҙәре менән уртаҡлашты. -Һөттөң татлы, күп сағы. Ойоған ҡуйы һөттө утҡа ҡуйып иретәм. Бүленеп сыҡҡан һарғылт шыйыҡсаны( сыворотка) яртылаш айырып алам да, эремсекле массаны талғын утҡа ҡайнатырға ҡуям. Көйөп китмәһен өсөн, йыш ҡына болғатып торам. Ҡуйыра башлағас, шәкәр өҫтәп ебәрәм, һыуы ҡайнап бөтә килә, уттан алам. Һыуынғас, ит үткәргес аша үткәрәм. Миңә тап ошо ысул нығыраҡ оҡшай. Был юлы саҡ ҡына тәмләткестәр ҙә өҫтәп ебәрҙем - йөҙөм , күрәгә ҡушып үткәрҙем. Бик тәмле килеп сыҡты, – тине гәзитебеҙҙең дуҫы. Беҙ ҙә эшләп ҡарайыҡ әле! Фото: Минира Бикәнәсованыҡы.