31 майҙа Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Шуға бәйле республикала тәмәкенән баш тартыу аҙналығы иғлан ителде. Рәсми статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, граждандарҙы тәмәке төтөнөнән һаҡлауға йүнәлтелгән дәүләт сәйәсәте йылдарында илдә тәмәке тартыусылар һаны кәмеүен күҙәтәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта никотинлы башҡа продукция төрҙәре – вейптар, электрон сигареттар, кальян һәм төтөнһөҙ тәмәке ҡулланыу тарала бара. Был продукттарҙа токсик никотиндың юғары кимәлдә булыуы бәйлелеккә һәм сирҙәргә алып килә. Өҫтәүенә тәмәке етештереү компаниялары агрессив маркетинг алымдарын ҡуллана, тәү сиратта үҫмерҙәргә һәм йәштәргә тәьҫир итергә, уларҙы никотинлы продукттарҙы тартыуға йәлеп итергә тырыша. Никотинлы продукттар тәмәке изделиелары кеүек үк организмға ҙур зыян килтерә, ә уларҙың зарарһыҙ булыуы тураһындағы уйҙырмалары - тәмәке индустрияһының яҡшы планлаштырылған эшмәкәрлеге. Фото: https://health.bashkortostan.ru/presscenter/news/545987/