Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Кисә табылған малайҙың кәүҙәһен ата-әсәһе таныған

30 мартта Өфөлә 13 һәм 14 йәшлек ике үҫмер малай юғалғайны. Әлегәсә уларҙың ҡайҙалығы билдәһеҙ ине. Кисә ҡотҡарыусылар ярҙа бер кәүҙә тапҡайны. Кейеме буйынса әлеге үҫмерҙәрҙең береһенә оҡшаған була ул. “Рәсәй Тәфтиш комитетының БР буйынса тәфтиш идаралығы кисә Ағиҙел йылғаһы буйында табылған үҫмерҙең шәхесен асыҡлаған. 2024 йылдың 30 мартында юғалған 13 йәшлек үҫмерҙең ата-әсәһе табылған малайҙа улын танып, уның шәхесен раҫлаған”, – тип яҙа ”Башинформ”. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кәүҙәне Өфө ҡалаһының Еңеү паркы тапҡырында йылға ярында таптылар. Әлегә эксперт тикшереүҙәре үткәрелә, шулай уҡ икенсе үҫмерҙе эҙләү эштәре дауам итә. Фото:СКР по РБ, ЛизаАлерт.