– Бөрйән районы тиһәләр, шунда уҡ күҙ алдына туризм өлкәһе, хозур тәбиғәт һәм Шүлгәнташ баҫа, әммә беҙ хәҙер Фәнис Шириәздәнов менән таныштырабыҙ, – тип яҙған "Бәйләнештә" социаль селтәрҙә Бөрйән районы хакимиәтенең бизнес-шәрифе Илфат Ғәлин. – Эшҡыуарҙың эш йүнәлеше – тротуар плитәһе, бордюр һәм тимер-бетон ҡулсалары етештереү. Илһам Ғәлин әйтеүенсә, Фәнис Шириәздәнов 2021 йылда үҙенең эшен асҡан һәм Бөрйән районы хакимиәтенә килеп ярҙам һораған. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ул тимер-бетон әйберҙәре етештереү буйынса проектын тәҡдим иткән. АСПК программаһы нигеҙендә субсидия алған. Күп тә үтмәгән эшенә ныҡлап тотонған. Эшҡыуар киләсәктә төҙөлөш блоктары етештерергә уйлай, бынан тыш, биналар төҙөргә лә хыялы бар. – 8 927 936 55 02 телефонына шылтыратып, "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә уй-маҡсаттарығыҙ менән таныштырығыҙ, – ти Илһам Ғәлин. Фото: Илһам Ғәлин.