Унда, тәү сиратта, төбәк Башлығының Үзбәкстан Премьер-министры Абдулла Арипов менән осрашыуы үтте. Көн тәртибендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, шул иҫәптән иҡтисадта һәм социаль өлкәлә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Абдулла Арипов Рәсәй төбәктәре, шул иҫәптән республикабыҙ менән хеҙмәттәшлектең стратегик әһәмиәтен билдәләне. – Беҙ Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтерәбеҙ. Күптән түгел уҙған осрашыу ваҡытында берлектәге эштең күп йүнәлештәрен, шул иҫәптән Ташкент өлкәһендә “Алға” махсус иҡтисади зонаһы филиалын ойоштороуҙы тикшерҙек, – тине ул. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан төбәктәренең республикаға эш сәфәре сиктәрендәге эш һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы. – Күптән түгел Башҡортостанға Үзбәкстан төбәктәренән алты делегация килде. Осрашыу йомғаҡтары буйынса төрлө өлкәләрҙә бер нисә килешеү әҙерләйбеҙ, – тине ул. Башҡортостан бизнесы Үзбәкстан партнерҙары менән хеҙмәттәшлек итеүгә ҙур ҡыҙыҡһыныу күрһәтте, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Шу