Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Бүреҡаҙған ауылы янында Ҡуғанаҡ участкаһы урмансылығы биләмәһендә 72-се кварталда 4-се бүлемдә өс мең бальзам тирәге ағасы ултыртылды. Был акция өсөн үҫентеләр Тымыҡ-Ашҡаҙар питомнигында үҫтерелде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан урмансылары бөтә урмандарҙы тергеҙеү эштәрен “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә алып бара. Акцияла ҡатнашыусылар ватандаштарыбыҙҙың үткән һәм хәҙерге батырлыҡтарын хөрмәтләп иҫкә алды. Экологик-патриотик башланғыс арҡаһында бөтә донъяла геройҙар хөрмәтенә йәшел һәйкәлдәр барлыҡҡа килә, шулай уҡ урман фондын һаҡлау һәм тергеҙеү мәсьәләләре хәл ителә. “Быйыл 15,2 мең гектарҙан кәм булмаған майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу буйынса план билдәләнгән. Федераль проект күрһәткестәренә өлгәшеүҙе тәьмин итеү маҡсатында бөтә урман культуралары эштәре ағымдағы йылдың көҙөндә тамамланасаҡ”, – тинеләр Урман хужалығы министрлығында. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы.