Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бәләкәйҙән яуаплылыҡ тойоп үҫәләр

Нефтекамала уҡыусылар “Рәсәй һыуы” экологик акцияһына ҡушылды. Һыу объекттарының ярҙарын таҙартыу буйынса Бөтә Рәсәй акцияһы илдең бөтә төбәктәрендә 2014 йылдан апрелдән алып октябргә тиклем бара һәм “Экология” милли проектының “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлап ҡалыу” федераль проектының бер өлөшө булып тора. Һәр теләүсе берегдобрыхдел.рф рәсми сайтында теркәү үтеп, өмәләргә ҡушыла ала. Уҡыусылар Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Нефтекама территориаль комитеты хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Полуденка күленең яр буйы биләмәһен сүп-сарҙан таҙартты. Сарала ҡатнашҡан 20-нән ашыу кеше туғыҙ тоҡ сүп-сар йыйҙы һәм 500 метрҙан ашыу яр буйы һыҙатын таҙартты. “Полуденка күле ҡала халҡының яратҡан ял итеү урыны булып тора, бында ҡоштар, матур күренештәр менән һоҡланырға мөмкин. Беҙҙең бөтә экологик саралар тәбиғәткә ҡарата ыңғай ҡараш булдырыуға йүнәлтелгән. Улар балаларға тирә-яҡ мөхиттең торошо уларға бәйле булыуын аңларға ярҙам итә. Балалар тәбиғәтте һаҡлауға өлөш индерә алыуынан ҡәнәғәт ҡалды”, - тип билдәләне Башҡортостан Экология министрлығының Нефтекама территориаль идаралығы рәйесе Лилиә Кондова. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.