Бына ҡояш кеүек йөҙөн балҡытып, әсәһе менән ихласлап йәрминкә майҙандарын гиҙгән ҡыҙ баланы күреп, яндарына килдем. - Беҙ Өфө районының Авдон ауылынан килдек. Мин - Эльвира Ғәлиәскәрова, ә был ҡыҙым Әмирә, - тип таныштыра әсәй кеше. - Проект институтында баш инженер булып эшләйем. Ҡыҙыма ошондай матур байрамды күрһәткем, таныштырғым килде. Әле генә квеста ҡатнашып, З. Вәлиди исемендәге Милли китапханаға инеп сыҡтыҡ. Квесты уңышлы үткән өсөн приз итеп ҡыҙыма ҡыҙыҡлы китап бирҙеләр. "Әмирә, китап уҡыйһыңмы?" тигән һорауға ҡыҙ: - Эйе, уҡырға яратам, - тип ихлас йылмая. - Аҙаҡҡы тапҡыр бына һуғыш тураһында хикәйәләрҙән торған йыйынтыҡты уҡыным. Йәйге каникулда ла китаптарҙан айырылмаясаҡмын. Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА. Автор фотолары.