Бөгөн Әбйәлил районында республикала беренселәрҙән булып һабантуй үтте. Ул “Урал аръяғы-2024” VI инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолдо һәм ике меңләп ҡатнашыусыны һәм 10 меңдән ашыу ҡунаҡ йыйҙы. Һабантуйҙы асып, Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров тап ошондай боронғо халыҡ байрамдары Башҡортостандың ысын асылын, уның күп төрлөлөгөн һәм эшһөйәр халыҡтың сикһеҙ ҡунаҡсыллығын күрһәтә тип билдәләне. - Бөгөн беҙҙең менән инвестиция һабантуйын үткәреү шатлығын уртаҡлашырға донъяның 20-нән ашыу иленән дуҫ-туғандар килде. Бигерәк тә Үзбәкстан, Ҡытай һәм Белорусь Республикаһының почетлы делегацияларына айырым рәхмәтемде белдергем килә. Ә яҡташтарыма, Башҡортостан халҡына шуны әйткем килә: һеҙҙең тырышлығығыҙ, эш һөйөүсәнлегегеҙ һәм тыуған илгә һөйөүегеҙ республикабыҙҙы илдең иң үҫешкән төбәктәренең береһе итә, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Премьер-министр. Әбйәлил районының күркәм урындарының береһендәге һабантуй “Урал аръяғы-2024” VI Бөтә Рәсәй инвестиция форумының тамамланыуына матур