Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Табиптар Луганск менән хушлаша

Башҡортостандан Луганск Халыҡ Республикаһында сираттағы командировкала булған табиптар бригадаһының сменаһы тамамланыу алдында. Республиканың иң яҡшы табиптары бер нисә ай дауамында ябай булмаған шарттарҙа квалификациялы медицина ярҙамына мохтаж пациенттарҙы ҡабул итте, дауаланы. Табиптар һуңғы сменала 6 612 пациентты ҡабул иткән, шуларҙың яртыһы – балалар. Эш барышында белгестәр инструменттар ярҙамында 4 036 тикшереү үткәргән: 1 808 – ультратауыш, 1373 – рентгенография, 680 – электр кардиограммаһы, 175 – эхокардиография тикшеренеүе. Шулай уҡ бик күп лаборатор тикшеренеүҙәр яһалған. Табиптарҙың хеҙмәте яңы төбәктә йәшәүсе халыҡ өсөн үтә мөһим. Был хаҡта “Красный Луч” баҫмаһының биттәрендә яҙалар, пациенттар табиптарға ихлас рәхмәттәрен белдерә. Башҡортостан белгестәре һәр кемгә иғтибар күрһәтергә, һәр ауырыуҙы, талон булмауына ҡарамаҫтан, ҡабул итергә тырышты, сөнки улар медицина ярҙамының урындағы халыҡҡа мөһим икәнлеген яҡшы аңлай. 21-се смена табиптары Луганск Халыҡ республикаһы менән хушлаша, уларҙың фиҙакәр хеҙмәте ике республика араһындағы дуҫлыҡты һәм хеҙмәттәшлекте нығытырға булышасаҡ. Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.