Китап байрамының бер-бер артлы теҙелгән майҙансыҡтары эргәһенән үтеп барышлай, һеңлем: "Блогер Мостай ҙа килгән икән бында", - тип иғтибарымды йәлеп итте. Исеме бит әле, - интернет телендә әйткәндә, ник, - йәлеп итмәҫлекме ни! Белгән бит ниндәйен алырға! Йәштәрҙе ҡыҙыҡтырырлыҡ контент эшләгән блогер кем икән, тип яҡындан танышырға булдым. Илеш егете Алмас Мостафин булып сыҡты ул. Ғаиләлә ата-әсәләр менән балаларҙың мөнәсәбәте тураһында юмористик вайндар төшөрә. Китап байрамына ике ҡыҙы һәм ҡатыны Алһыу менән килгән. - Китап байрамы бик матур ойошторолған. Бының кеүек саралар хәҙер бик кәрәк, сөнки бөтәһе лә гаджеттарға сумды, китап, гәзит-журналдарҙы уҡыусы әҙәйә бара. Баҫмалар, әлбиттә, замандан артта ҡалмаҫҡа тырыша, сайттарын аса, уларҙы әүҙем алып бара. Шулай ҙа ҡағыҙ вариант онотолорға тейеш түгел, тип уйлайым. Башҡорт телен һаҡлау, белеү өсөн дә туған телдәге баҫмаларҙы уҡырға кәрәк. Мин дә китап уҡыуҙы ситкә ҡуймайым, бына хәҙер ҙә сауҙа нөктәләрен ҡарап сығырға иҫәп бар, - тине Алмас. - Минең уйымса, әгәр ҙә китаптар матур һүрәттәр менән сыҡһа, уларҙы теләберәк уҡырҙар ине, сөнки иллюстрация йөкмәткене күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә шулай уҡырға яраталыр, тип фекерләйем. Рәүилә Ғатауллина. Автор фотолары.