Уның эшмәкәрлеге менән Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте таныштырҙы. – Был проект көтөлмәгәндә башланды. Тәүҙә бер йорт төҙөнөк тә тәүлек әйләнәһенә файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Әле «Агротуризм» йүнәлеше буйынса алынған грант аҡсаларына А-фрейм йорттарын төҙөйбөҙ. Районда "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә проектыбыҙҙы тәҡдим иттек. 2022 йылда ғариза биргәйнек, ләкин ул саҡта үтмәнек. Беҙ туҡтап ҡалманыҡ һәм киләһе йылына грант оттоҡ, – тип фекерен уртаҡлашты Ғамир Ғәлимов. Усадьбаның ҡунаҡтары – республиканың Туймазы һәм башҡа райондары халҡы, шулай уҡ күрше төбәктәрҙән килгән ҡунаҡтар. Аҙнаһына 100-гә яҡын кешене ҡабул итәләр. Предприятие А-фрейм йорттарын тиҙерәк төҙөп бөтөргә һәм биләмәне төҙөкләндерергә ниәтләй. «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты 2030 йылға Рәсәй буйлап сәйәхәттәр һанын йылына 140 миллионға тиклем арттырыуҙы, шулай уҡ туристик тармаҡ иҫәбенә илдә иҡтисади үҫеште тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Милли проект Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итергә ярҙам итәсәк. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Фото: Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.