Был ялдарҙа Башҡортостанда бөтә илдәге кеүек сығарылыш кластар өсөн һуңғы ҡыңғырау сыңланы. Өфөлә матур йола буйынса ун берҙүенселәр “Ватан” паркында һәм Совет майҙанында йыйылып мәктәп вальсында әйләнде. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары был матур байрамды ла боҙорға маташты.Эш шунда, Совет майҙанында барған һуңғы мәктәп вальсы ваҡытында бер ҡыҙ “Китап байрамы”нда ҡатнашҡан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировты бейергә саҡырҙы. Етәксе был тәҡдимде ҡабул итте, һәм ҡыҙыҡай менән матур итеп вальс әйләнделәр. Күптәр ҡыҙ бала өсөн ҡыуанды: ул был һуңғы ҡыңғырауҙы ғүмерлеккә иҫендә ҡалдырыр, тинеләр. Әммә ҡайһы бер баҫмалар ошо матур саранан да бысраҡ эҙләне. Улар Радий Фәрит улы менән бейегән ҡыҙ һис тә мәктәп уҡыусыһы түгел, ә колледж студенты тип яҙып сыҡты. Бала тураһында барлыҡ шәхси мәғлүмәттәр баҫылды. Ысынбарлыҡта хәл ошолай була: Башлыҡ менән бейегән Милана Әхмәтова 9-сы класты тамамлағас, музыкаль колледжға уҡырға ингән. Һәм ике йыл уҡығандан һуң, мәктәп программаһы буйынса 11-се класты тамамлай. Уларҙың традицион сығарылыш кисәһе үтә, балалар марттан алып сығарылыш бейеүен өйрәнә һәм был көнгә әҙерләнә. Милана һәм уның класы башҡалар кеүек үк Берҙәм дәүләт имтиханы тапшырасаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул - ысынлап сығарылыш класс уҡыусыһы, ә был “уйлап сығарылған” хәл түгел. Тик ялған мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә таралды, ҡыҙҙы һәм дәүләт матбуғат сараларын алдаҡта ғәйепләнеләр. Кешеләрҙең реакцияһы ла тейешенсә булды: шунда уҡ ҡыҙға ҡарата бик насар комментарийҙар яҙа башланылар. Баланы яҡлар өсөн колледж директоры Ришат Рәфҡәт улы Сәғитов үҙ һүҙен әйтте, был уҡыу йортоноң тәртибен һәм регламентын аңлатты. Бында балалар бер юлы урта белем дә, һөнәри белем дә ала, тине. Баҫма, уның һүҙҙәренә таянып, тағы бер тапҡыр материал яҙып сығарҙы. Үҙҙәре үк уйлап сығарған хәлде улар республикалағы скандал тип атаны, ә иң мөһиме бала алдында бер кем дә ғәфү үтенмәне. Баҫма негатив юҫыҡта уның исем-фамилияһын атағас, ҡыҙ үҙенә ҡарата бик күп насар һүҙҙәр ишетергә мәжбүр булды. Ҡыҫҡаһы, улар баланың иң мөһим көнөн боҙҙо һәм ҡатмарлы имтихандар алдынан әхлаҡи торошон ҡаҡшатты. Журналистар өсөн был һис тә профессиональ аҙым түгел, әлбиттә. Беҙ был хәлгә асыҡлыҡ индерер өсөн Башҡортостан Республикаһында Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Ольга Панчихинаға мөрәжәғәт иттек. Ул Милана өсөн йөрәге әрнеүен белдерҙе һәм был хәлгә юл ҡуйылғаны өсөн барлыҡ өлкәндәр исеменән бала алдында ғәфү үтенде. – Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн изге йолаға әйләнгән матур мәктәп вальсынан да бысраҡ эҙләүҙәре аптыратты. Журналистарға бындай материал яҙыр алдынан уҡыу йорто тураһында белергә, уның тәртибен өйрәнергә кәрәк ине. Республикалағы бер нисә колледж шундай регламент буйынса уҡый: унда урта белем дә алалар, бер юлы һөнәр ҙә үҙләштерәләр. Был музыкаль, хореография йүнәлештәренә ҡағыла. Был балалар, музыкаль һөнәр алыу менән бергә, ғәҙәти уҡыуын да дауам итә, 11-се класты тамамлағас, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Милана - һис шикһеҙ сығарылыш класс уҡыусыһы. Уның тураһында ошондай яҙмалар һәм насар комментарийҙар ҡалдырыу – башҡа һыймаҫлыҡ эш. Ул былай ҙа ғүмерендәге иң ҡатмарлы осорҙарҙың береһен кисерә – дәүләт имтихандарына әҙерләнә, борсола, уйлана. Ә өлкәндәр, уның исемен низағҡа бәйләп, тырыш, талантлы ҡыҙҙың исемен бысраҡ, алдаҡ менән бутай. Өлкәндәрҙең сәйәси уйындарына балаларҙы йәлеп итмәһәк ине. Минең бөтәбеҙ исеменән дә уның алдында ғәфү үтенгем килә. Милана, борсолмай ғына имтихандарға әҙерлән. Матур көнөңдө боҙғандары өсөн ғәфү ит. Һынауҙарҙы матур итеп тапшырырһың тип ышанам, һинең исемеңде яҡшы яҡтан тағы ишетербеҙ тип уйлайым, – тине ул. Шулай уҡ был хәлгә үҙ фекерен политолог, БР Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының өҫтәмә белем биреү һәм инновациялы үҫеш департаменты начальнигы Тимур Вәлитов тә белдерҙе.– Иң мөһиме – әлеге музыка колледжында мәктәп программаһы буйынса уҡыйҙар. Унда 5-се кластан уҡырға инергә мөмкин, 11-се класты тамамлағас, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыралар. Шул баҫма журналисының ғәйебе буйынса “ағыуланған” ҡыҙ - бик һәләтле бала, ул ошо көнгә марттан әҙерләнгән, ләкин уның байрамын боҙҙолар һәм хатта ғәфү үтенмәнеләр. Был хәл баҫманың сенсациялар артынан ҡыуып, бер ниндәй әхлаҡи принциптарҙы яҡламауын тағы бер тапҡыр раҫлай. Быға сәбәп бармы-юҡмы: уларҙың төп бурысы Башҡортостан Республикаһы етәкселеген кире юҫыҡта күрһәтеү тора. Был баҫманың алдан уйлап эш итеүен күрһәтә, ул киң мәғлүмәт сараларының иреклеге мәнфәғәтендә түгел, ә Радий Хәбировтың кире образын үҫтереү маҡсатында тырыша, – тине ул. Был көн Милана өсөн ғүмерендә иҫтә ҡалырлыҡ матур мәлдәрҙең береһе булырға тейеш ине. Сығарылыш класы, һуңғы мәктәп вальсы, һин уны республика етәксеһенең үҙе менән бейейһең! Юҡ бит, шуны ла бысраҡҡа бутаусы, баланың күңелен рәнйетеүсе табылды... Ысынлап та, бөтә өлкәндәр исеменән ғәфү үтенергә кәрәк. Ҡыҙға быларға иғтибар итмәй имтихандарына әҙерләнһен, уларҙы уңышлы тапшырһын тип теләйбеҙ. Сығанаҡ: https://t.me/bashgambit/27 https://t.me/bashFCK/17 Фото: видеонан скрин-шот.