Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Таңсулпан Ғарипова менән Айгиз Баймөхәмәтов - Салауат Юлаев ордены кавалерҙары

Күркәм сарала республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Урал Килсенбаев бер төркөм яҙыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова һәм Яҙыусылар союзының идара рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Билдәле яҙыусы, драматург Наил Ғәйетбаевҡа Халыҡтар дуҫлығы ордены бирелде. Бынан тыш, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова шағирҙар Дилә Булгакова менән Урал Ҡолошовҡа комитеттың Рәхмәт хатын тапшырҙы. "Хеҙмәт даны" миҙалы, Башҡортостандың Почет грамотаһы һәм "БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" исемдәре лә лайыҡлы хужаларын тапты. Рәүилә Ғатауллина. Булат Маликов фотолары.