Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уҡытыусылығы китапханала ла бик кәрәк

Нуриман районының Иҫке Күл ауылы китапханасыһы Гөлнара Ханова ғүмеренең ҙур өлөшөн уҡытыусылыҡҡа бағышлаған. 25 йыл мәктәптә балаларға сит телдәр буйынса белем биргән ул. Райондың Иҫке Исай ауылында тыуып үҫкән ҡатын китапханасы булып йыл ярым ғына эшләй. Шулай булһа ла, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә уны яңы урынында бик ярата һәм янынан өҙөлмәй. – Элек уҡытыусы булып эшләгәс, китапханала ла төрлө саралар уҙғарырға тырышам, бигерәк тә йәштәр, уҡыусы балалар өсөн. Шулай уҡ өлкән апайҙар ҙа йөрөй. Бәйләм, сигеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола, башҡорт түшелдеректәре тегәбеҙ. Элекке йолаларға ҡыҙыҡһыныусанлыҡ бик ныҡ артты хәҙер. Төрлө йолалар ойошторабыҙ, мәҫәлән, кис ултырыу йолаһы, аулаҡ өй йолалары быйыл бигерәк тә матур үтте, – ти ул. Гөлнара Ханова мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Элекке уҡытыусыға инглиз теле буйынса ярҙам һорап килгән балалар ҙа күп, уларға ла ярҙам итеп ебәрә, мәктәптә аңламаған темалары өҫтөндә эшләйбеҙ, ти ул. – Ғаиләмдә ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерҙем. Улар ҙа китап уҡырға ярата. Өлкән ҡыҙым ҡыҙыл диплом менән юғары уҡыу йортон тамамланы һәм экскурсовод һөнәренә эйә булды. Кесе ҡыҙым быйыл 11-се классты тамамланы, юрист булырға хыяллана. Китапханасы эше бик оҡшай миңә, үҙемде ошо һөнәрҙә тапҡаныма ҡыуанам, – ти ул. Фотолар геройҙың шәхси архивынан.