Баш ҡалабыҙҙа инде өсөнсө көн Китап байрамы гөрләй. Ысынлап та гөрләй, сөнки Совет майҙаны халыҡ менән тулы. Тиҫтәләгән майҙансыҡтарҙа әҙәби осрашыуҙар, уйындар, башҡа төрлө саралар үтә, халыҡ баҫмалар һатылған кибеттәрҙе лә урап үтмәй, тотош ғаиләләр менән килә. Бына был геройыбыҙ Китап байрамына тип хатта Себерҙән ҡайтып еткән! Үҙе генә түгел, ҡыҙы менән бергә (ул йәштәр йыйылған майҙансыҡтарҙы ҡарарға киткән ине, шуға фотола юҡ - авт.) – Былтырғы, беренсе Китап байрамы тураһында туғандарым, дуҫтарымдан ишеттем, уларҙың социаль селтәрҙәргә һалған матур-матур фотоларын ҡыҙыҡһынып ҡарап барҙым. Эй күҙем ҡыҙҙы! Шуға баштан уҡ икенсе фестивалгә мотлаҡ ҡайтырға, үҙ күҙем менән күрергә кәрәк, тип иҫәп тоттом. Йәйге ялымдың нәҡ ошо ваҡытҡа тура килеүен алдан уҡ хәстәрләнем, – ти Динара Илмырҙина. – Үҙем алыҫ юлда йөрөгәндә, ял ваҡытында китап уҡырға яратам. Хәҙер электрон китаптар күберәк таралды, әлбиттә, ә миңә ташҡа баҫылғанын тотоп уҡыу барыбер нығыраҡ оҡшай. Беҙ бит совет осоро мәктәбен тамамлап өлгөргән быуын, китап ҡәҙерен беләбеҙ. Әле бына рәхәтләнеп байрам сараларын ҡарайым, оҡшаған китаптарымды һатып алам. Кире Себергә киткәндә сумаҙанымдың арыу уҡ өлөшөн китап дуҫтар биләп торасаҡ. Кисә "Шағир көндәлеге" фильмын ҡараным, бөйөк шағирыбыҙҙы үҙем өсөн икенсе яҡтан астым, йөрәкһеп ҡараным. Һәм өҫтәп ҡуйҙы:– Әле халыҡ шул интернет донъяһын гиҙһә, социаль селтәрҙәр тип мәж килһә лә, китап уҡыуға барыбер кире әйләнеп ҡайтыр, тип уйлайым. Кешемен тигән әҙәм балаһына, уйын-көлкө, кәйеф-сафаға ҡоролған еңел-елпе нәмәләрҙән бигерәк, рухи аҙыҡ барыбер мөһимерәк! Автор фотоһы.