Турнирҙа республика ҡала һәм райондарынан 28 команда ҡатнашты. Сәмле ярышты Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостандағы ойошмаһы «Толпар» клубы менән берлектә ойошторған. – Был йыл Башҡортостан Башлығы тарафынан Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең республика ойошмаһы Инвалидтар йәмғиәте спартакиадаһы сиктәрендә шахмат турнирын ойоштороуҙа ҡатнашырға тәҡдим иткәс, был ниәтте шунда уҡ күтәреп алдыҡ. Беҙҙең тығыҙ хеҙмәттәшлек беренсе йыл ғына дауам итмәй. Был ваҡыт эсендә бөтә Рәсәй кимәлендә сығыш яһарҙай республика йыйылма командаһын тупланыҡ, – ти «Толпар» спорт клубы директоры Әмир Дауҡаев. I урынды – Стәрлетамаҡ ҡалаһы, II урынды – Өфө ҡалаһы, III урынды Мәсетле районы командалары яуланы. Бындай саралар Рәсәй Президентының “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография”, “Оҙайлы һәм әүҙем ғүмер” милли проекттары (национальные проекты “Демография”, “Долгая и активная жизнь”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: Юлия Михайлова.
Инвалидтар ойошмалары командалары шахматта көс һынашты
26 мая 202426 мая 2024
~1 мин