Документтарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Дайю Цзешуй» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Кан Хай, «Чжиинда» компанияһының идара рәйесе урынбаҫары Дин Кэ ҡул ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, Бөтә Рәсәй «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы – халыҡ-ара кимәлдә эшлекле аралашыу урыны. Быйыл унда тиҫтәнән ашыу илдән делегациялар ҡатнаша, улар иҫәбендә – Беларусь, Ҡытай, Төркиә, Иран һәм Үзбәкстан. Форумды Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Инвестһабантуй дәүләт власть органдары һәм бизнес вәкилдәрен, эксперттарҙы һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән инвесторҙарҙы берләштерә. Фото: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/23993/
Инвестиция һабантуйында Башҡортостан менән Ҡытай ауыл хужалығы өлкәһендә килешеүҙәр төҙөнө
26 мая 202426 мая 2024
~1 мин