Китап байрамы сиктәрендә Рәшит Назаровтың яҡташтары менән түңәрәк өҫтәл шағирҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды. Секундҡа мәңгелек һыйһын, Нөктәгә – бөтә ғаләм, Гел изге ялҡын дөрләһен, Бирегеҙ миңә ҡәләм! Был шиғыр юлдары Рәшит Назаровтың “Бирегеҙ!” тигән шиғырынан. Эйе, шағирҙың ҡыҫҡа ғына ғүмере эсенә һыйған ялҡынлы йөрәге лә, тап ошо шиғырҙағы кеүек, тик изгелек һәм яҡтылыҡ менән дөрләп янды. Беребеҙгә лә сер түгел, шағирҙың үҫе иҫән сағында ла, хәҙер ҙә шиғриәтен барыбыҙ ҙа яратабыҙ, әммә уға ваҡытында етерлек иғтибар булманы. Уның шиғриәтенең ҡиммәте баһалап бөткәһәҙ, ул беҙҙе гел юғарылыҡҡа әйҙәне, башҡорт әҙәбиәте тарихында үҙенең һүҙен, фекерен, үҙенсәлекле тел байлығын мәңгелеккә уйып ҡалдырҙы. Ә иһә бөгөн шағирҙың ижадына һәм хәтеренә иғтибар һәм ихтирам күрһәткән замандаштарыбыҙ уның исемен мәңгеләштереү өсөн бик күп эштәр башҡара. Күптән түгел уның тыуған яғында бюст асылғайны, бөгөн инде шағирҙың ҡәләмдәштәре, ижадын өйрәнеүселәр һәм яҡташтары түңәрәк өҫтәлгә йыйылды. Са