“Башҡортостандың Илеш районының Үрге Йәркәй ауылында урындағы халыҡ мигранттар менән бәрелешкән. Һуғыштан һуң мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау буйынса осрашыу булған, урындағы халыҡ әйтеүенсә, унда 150-нән ашыу кеше ҡатнаша. Бәхәстең сәбәптәре әлегә билдәһеҙ, урындағы халыҡтан тулы мәғлүмәт биреүҙе һорайбыҙ. Был Үрге Йәркәйҙә бындай тәүге осраҡ түгел. Бер йыл элек унда урындағы ҡыҙҙарға ташланған азербайжандар менән дә күмәк һуғыш була. Ауыл халҡы ауыл ҡыҙҙарына бәйләнгән һәм бында һәр ваҡыт килеп йөрөгән “BMW” автомобилендәге азербайжандарға ҡаршы сыға. Был юлы килеүселәр, асыулы башҡорттарҙы күреп, машиналарына ултырып ҡаса. Шунан һуң бер нисә ир ашығыс рәүештә ҡасырға маташҡан сит ил машинаһына зыян килтергән”, – тип яҙған Башкирия Online (https://t.me/c/1601276259/17994). Был хәлгә ҡарата Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин аңлатма бирҙе. – Бөгөн киң мәғлүмәт сараларында Илеш районында милләт-ара нигеҙҙә тыуған инцидент тураһында видео таралыу алды. Был хәл буйынса аңлатма бирәм: б
Социаль селтәрҙә мигранттар менән һуғышыу тураһында хәбәр таралды
26 мая 202426 мая 2024
1 мин
