25 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай Халыҡ Республикаһының Сит илдәр эштәре канцелярияһы начальнигы урынбаҫары Чжао Цзюнь етәкселегендә Ганьсу провинцияһы делегацияһы менән осрашты. Яҡтар ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Башҡортостан Башлығы ҡунаҡтарға бизнес-форумда ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте. - Ҡытай Халыҡ Республикаһы - беҙҙең төп тышҡы иҡтисади партнерыбыҙ булып тора, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. -Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән тауар әйләнешенең өлөшө 25 процент самаһы тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта уны артабан арттырыу өсөн потенциал бар, мәҫәлән, сәнәғәт кооперацияһы өлкәһендә. Һис шикһеҙ, һеҙҙең визит бәйләнештәрҙе артабан киңәйтеүгә ярҙам итәсәк. Ганьсу провинцияһы Халыҡ хөкүмәтенең Сит ил эштәре канцелярияһы начальнигы урынбаҫары Чжао Цзюнь Башҡортостанға сәфәре ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе нығытыр һәм уртаҡ проекттар иҫәбен арттырыуға булышлыҡ итер тигән ышаныс белдерҙе. -Беҙҙең делегацияға бизнес-берләшмә вәкилдәре, Ҡытайҙың ҙур предприятиелары етәкселәре инде, - тип билдәләне Чжао Цзюнь. - Форумда ҡатнашыу беҙҙең өсөн Башҡортостан, уның традициялары һәм беҙҙең төбәктәргә танышыу өсөн яҡшы мөмкинлек булды. Беҙҙең менән эшләргә әҙер булыуығыҙҙы күрҙек. Башҡортостан эшҡыуарҙары менән берлектәге инвестиция проекттары тураһында килешеүҙәр бар. Чжао Цзюнь Башҡортостан делегацияһын рәсми сәфәр менән Ганьсу провинцияһына саҡырҙы. - Бизнес-миссия ойошторасаҡбыҙ һәм һеҙҙең саҡырыуығыҙ буйынса 2025 йылға мотлаҡ киләсәкбеҙ, - тип яуапланы Радий Хәбиров. - Уғаса беҙҙең хеҙмәттәшлеккә аныҡ ҡарарҙарға һәм инвестицияларға таянасаҡбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан
Ҡытай менән хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде
25 мая 202425 мая 2024
1 мин