Сибайҙа «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә,йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм эксперттар йәмәғәт дипломатияһында ҡатын-ҡыҙҙың роле тураһында фекер алышты. Тематик эшлекле иртәнге аш Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһының төбәк вәкиллеге булышлығында уҙҙы, уның модераторы - Италия менән Эшлекле һәм фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса вәкиллек комитеты етәксеһе Руслан Кинйәкәев . Эшлекле иртәнге ашта эшҡыуарлыҡ, спорт өлкәһендә йәмәғәтселек фекере лидерҙары, Башҡортостан Республикаһы министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, шулай уҡ Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән инвестһабантуйҙа ҡатнашыусылар ҡатнашты. - Һуңғы йылдарҙа ижтимағи дипломатия форматында хеҙмәттәшлек итеү дәүләттәр һәм халыҡтар араһында конфликтһыҙ, үҙ-ара аңлашып һәм ике яҡтың да мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып мөнәсәбәттәр булдырыусы үҙенсәлекле инструментҡа әүерелде. Йәмәғәт дипломатияһы үҫешендә һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуында ҡатын-ҡыҙҙар һиҙелерлек роль уйнай. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләренә әүҙем индереү өсөн яңы мөмкинлектәр асыу мөһим, - тине Евразия һәм Африка халыҡтары ассамблеяһының генераль советы рәйесе Светлана Смирнова. Ассамблея ярҙамы менән халыҡ дипломатияһы өлкәһендә тикшеренеү үткәрелә. Унда төрлө йүнәлештәрҙә проекттарҙы тормошҡа ашырған, төрлө илдәрҙән килгән кешеләрҙе берләштергән һәм үҙ эшмәкәрлегенең аныҡ ғәмәли һөҙөмтәһенә эйә булған ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнаша. Шулай уҡ Ассамблея ҡатнашлығында «Халыҡ дипломатияһы лидеры» халыҡ-ара конкурсы ойошторола, уның еңеүселәре һәм лауреаттары булып күбеһенсә ҡатын-ҡыҙҙар тора. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал аръяғы-2024»VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусылар булып Стратегик башланғыстар агентлығы һәм Башҡортостан Хөкүмәте сығыш яһай. Иҡтисади форумда шулай уҡ федераль һәм төбәк дәүләт учреждениелары, Рәсәй һәм сит ил компаниялары вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашаты. Фото: forum-zauralye.com.