Радий Хәбиров «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына символик плитә һалды 25 майҙа Сибайҙың үҙәк майҙанында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Үзбәкстандың инвестиция, сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Дилшод Әхмәдов һәм Сибай хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй VI инвестиция һабантуйына символик плитә һалыуҙа ҡатнашты. Тантаналы сара форумдың эшлекле программаһын дауам итте. Радий Хәбиров форумды ойоштороусыларға һәм унда ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ Урал аръяғын үҫтереүгә өлөш индергәндәре өсөн дәүләт наградаларын тапшырҙы. - Сибайҙың иҫ киткес халҡына минән, республика Хөкүмәтенән хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итегеҙ. Был беҙҙең өсөн бик матур һәм мөһим ҡала. Беҙ уға уңышлы үҫешергә ярҙам итәбеҙ һәм ярҙам итәсәкбеҙ. Бында эшһөйәр кешеләр йәшәй, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Беҙ бөтә республика менән ябай булмаған һынауҙарҙы лайыҡлы үтәбеҙ, һәм бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сығырбыҙ, Башҡортостан, Рәсәй тормошон уңайлы һәм имен итеп эшләрбеҙ, тип ышанам. Һеҙгә тыныслыҡ һәм изгелек теләйем. Тантаналы сара ижади коллективтарҙың һәм башҡарыусыларҙың концерты менән тамамланды, улар иҫәбендә Үзбәкстан Республикаһының «Ялла» дәүләт ансамбле лә сығыш яһаны. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан
Радий Хәбиров «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйына символик плитә һалды
25 мая 202425 мая 2024
1 мин