Балаҡатай районынан “Глыба” позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһынан ялға ҡайтты. Уны яҡташтары тулҡынланып, йылылыҡ менән ҡаршыланы. Һигеҙ айҙан ашыу хеҙмәт итеү осоронда уның беренсе тапҡыр ялға ҡайтыуы, тик шуныһы – яугир һуғышта яраланған. "Глыба"ны яҡташтары эшсән, ауырлыҡтан ҡурҡмаған, сыныҡҡан ир-егет булараҡ белә. Тарҙау ауылында колхозда эшләү менән бергә Дыуан ауыл хужалығы техникумына ситтән тороп уҡырға инә. Хужалыҡ тарҡалғас, Силәбе өлкәһенә эшкә китә. Сыҙамлылыҡ, түҙемлек кеүек сифаттары егеткә заводта йөк тейәүсе, бәйләүсе, урынлаштырыусы булып хеҙмәт итергә булыша. Аҙаҡ биш йыл тирәһе автозаправкала эшләй. Водитель танытмаһы алғас, “Яндекс-такси” хеҙмәтенә урынлаша. Осраҡлы хәл арҡаһында ул махсус хәрби операция зонаһына барып эләгә. Бер саҡ уға Мейәс ҡалаһында яраланыуҙары арҡаһында өйҙәренә ҡайтарылған ике яугирҙе илтеп ҡуйырға тура килә. Һөйләшеп китәләр. Һалдаттар яу зонаһында водителдәр етешмәүе тураһында әйтә. Ир был фекерҙе башына һалып ҡуя һәм ҡатыны