Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ҡытай компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында ике меморандумға ҡул ҡуйылды.

25 майҙа Сибайҙа барған «Урал аръяғы-2024» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Ҡытай компаниялары менән хеҙмәттәшлек тураһында ике меморандумға ҡул ҡуйылды. Ауыл хужалығы тармағының төрлө йүнәлештәрендә үҙ-ара әүҙем эш итеү күҙаллана. Документтарға Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, «Дайю Цзешуй» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры Кан Хай, «Чжиинда» компанияһы идараһы рәйесе урынбаҫары Дин Кэ ҡул ҡуйҙы. «Дайю Цзешуй» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән ауыл хужалығы культураларын эшкәртеү, ирригацион ҡорамалдарҙың бөтә төрҙәрен поставкалау өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү планлаштырыла. «Чжиинда» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Башҡортостанға төрлө продукция, атап әйткәндә, йәшелсә, емеш-еләк, ашарға яраҡлы бәшмәктәр оҙатырға ниәтләй. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан