Йыш ҡына “Хәҙер ауылдар ҡартая” тигән һүҙҙәрҙе ишетәбеҙ, шуға күрә хеҙмәт командировкаһы менән берәй төбәккә барһаҡ, йәш ғаиләләр тураһында ҡыҙыҡһынабыҙ. Ғафури районының Имәндәш ауылына барғас та шулай булды. “Ауыл ситендә ап-аҡ, ҙур йортто күрерһегеҙ. Эргә-тирәһен төрлө техника уратып алған. Унда уңған йәштәр йәшәй”, – тинеләр. Уҡлыҡая ҡаршыға күренеп торған ерҙә генә йәш ғаиләнең йорт-ҡураһы. Ысынлап та, өй тирәһендә балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә ауыл ерендә кәрәкле техника йыйылған ине. Ул арала тәҙрәнән беҙҙе күҙәтеп торған хужабикә лә күренде. “Әйҙәгеҙ бында”, – тип йылмайҙы ихлас ҡатын һәм өйөнә саҡырҙы. Был Илмира менән Айнур Зәйнәшевтәрҙең йорто булып сыҡты. Өйҙә беҙҙе Әлфинә, Динә исемле ҡыҙҙар һәм өлкән апаһы ҡулындағы ете айлыҡ Аяз ҡаршыланы. Бәләкәс малай башта беҙгә бик һынап, шикләнеп, текләп ҡараны, таныш һыҙаттарҙы эҙләне, күрәһең. – Ирем таң менән хужалыҡ эштәре менән юлланғайны шул. Әле – эштең бик ҡыҙыу мәле, ғөмүмән, ауыл ерендә төрлө мәшәҡәт күп инде, – тине