Найти тему
Башҡортостан гәзите

Министрҙың водителе хөкөм ителде

Былтыр декабрҙә ҡот осҡос юл-транспорт ваҡиғаһы булғайны. Өфөгә китеп барған “Тойота” водителе күреү мөмкинлеге насар булған шарттарҙа алда барған машинаны уҙып үтергә була. Һөҙөмтәлә ул ҡаршыға килгән автомобиль менән бәрелешә – ике кеше һәләк була. Шулай уҡ водитель үҙе лә, машиналағы республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин да зыян күрә. Авария буйынса эш Ҡариҙел район-ара судында ҡаралды. Билдәле булыуынса, юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәпсеһе Ирек Ғиндуллин зыян күргән ғаиләгә 700 мең һум түләгән, үҙе яңғыҙы ике бала тәрбиәләй. Суд Ирек Ғиндуллинды ике йылға иркенән мәхрүм итте, ул был ваҡытты холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Әммә водитель был хөкөм ҡарары менән риза түгел һәм апелляцияға бирергә йыйына. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан. Видеояҙма сығанағы: https://t.me/c/1601276259/17875