Баш ҡалабыҙ Өфөлә барған халыҡ-ара китап йәрминкәһенә балалары менән бергә килгән ғаиләләр ифрат күп. Байрам программаһында йәш быуын вәкилдәрен ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар ҙа етерлек. "Аҡбуҙат" журналының яңы һаны менән таныштырыуға арналған сара шундайҙарҙан ине. Аҡмулла сәхнәһенән был көндө төрлө телдәрҙә - башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, рус, белорус, әзербайжанса уҡылған әҫәрҙәр яңғыраны. Журналдың яңы һанында баҫылған әҫәрҙәрҙең ҡайһы берҙәре төп нөсхәләрендә лә, башҡортса ла уҡылды. Бының өсөн сәхнәгә Беларусь Республикаһынан килгән ҡунаҡ Татьяна Демидович, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенты, Ҡаҙағстан ҡыҙы Раида Жанебекова, азербайжанса һөйләргә Балоглан Жалил күтәрелде. Уларҙың туған телдәрендә тасуири итеп уҡыуы тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Үҙенсәлекле сараны ҡарарға килгән кескәй тыңлаусыларға "Аҡбуҙат"тың яңы һаны бүләк итеп тапшырылды. Айгөл Ғәбитова фотолары.