Хәйбулла районында Рәсәй Президентының май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) маҡсатлы эш алып барыла. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов ҡатнашлығында "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" форматындағы ултырышта ике проект ҡаралды. Тәүге проект Маҡан ауылынан Айтуған Иҫәнгилдин тәҡдим иткән. Ул эре мөгөҙлө мал өсөн модулле һуйыу цехын төҙөү һәм ит ташыу өсөн автомобиль-термобудка һатып алыу пландары хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта ер участкаһын модулле цех төҙөүгә әҙерләү эштәре алып барыла. «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә икенсе ҡатнашыусы - Аҡъяр ауылынан Ғәзим Бикбов. Ул һөтлө мал үрсетеү менән шөғөлләнергә ниәтләй. Бының өсөн ул һыйыр фермаһы һатып алған һәм һыйыр малы иҫәбен, һөт йыйыу, һаҡлау өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй. Район биләмәһендә үҙ бизнесын асырға теләгәндәрҙең барыһын да Хәйбулла районы хакимиәтендә көтәләр. Аҙна һайын уҙғарылған «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында түбәндәге һылтанма буйынса ҡалдырырға мөмкин: https://investrb.ru/ru/business/business_support/business/ йәки алдан түбәндәге телефондар буйынса яҙылырға:(34758) 2-12-35, 2-18-99, 8-937-320-30-40. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президентының май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.