Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Үҙ йортоң булыу бәхет!

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Данис Әхмәтовҡа «Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса өҫтәмә гарантиялар» тураһында Федераль законға ярашлы төҙөкләндерелгән торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды. Данис өйләнгән, йәш ғаиләгә уңыштар, ныҡлы ғаилә бәхете, уңайлы һәм яҡшы торлаҡ һатып алыуҙарын теләйбеҙ. Төрлө сәбәптәр арҡаһында ата-әсә наҙынан, ғаилә йылыһынан мәхрүм ҡалһалар ҙа, улар яңғыҙ түгел. Иң мөһиме – Хөкүмәтебеҙ һәм район хакимиәте ярҙамынан ташламай. “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") төп маҡсаты – граждандар тормошо өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм Рәсәй ғаиләләрен торлаҡ һатып алыу һәм төҙөү өсөн мөмкинлектәр менән тәьмин итеү. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға Рәсәй ҡалаларында ҡала мөхите сифаты күрһәткестәре яҡшырырға тейеш. Фото: Фәнис Әминевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.