Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. Ғафури районы бизнес-шәрифе Артур Ғафаров белдереүенсә, 2015 йылда Земфира Рәхимова үҙенең мәктәп хыялын тормошҡа ашырыу - матурлыҡ салонын асыу өсөн Ғафури районына ҡайтҡан. Бөҙрәхана хеҙмәтенә һорау күп икәнлеген өйрәнеп, ул шәхси эшенасып, Красноусол ауылындағы бинаны ҡуртымға алған. Башта клиенттар күп булманы. Әммә эшҡыуар үҙ эшенә һәм хыялына ышана. Ваҡыт үтеү менән йүнсел йәнә яңы йүнәлеште үҙләштерә – маникюр хеҙмәте буйынса мастерлыҡҡа уҡый, эшкә тағы бер мастер ала һәм икенсе бинаға күсә. Хеҙмәттәр спектры киңәйтеп, тағы ла оҫта-виза