Найти тему
Башҡортостан гәзите

Дарья Донцова Өфө халҡының тәртиплелегенә һоҡланды

Китап байрамының икенсе көнөндә иң күп халыҡты йыйған сара ул илебеҙҙең билдәле яҙыусыһы Дарья Донцова менән осрашыу булғандыр. Совет майҙаны ҡаршыһында урынлашҡан төп сәхнә алдындағы оло майҙанда алма төшөрлөк урын юҡ ине, тиһәң дә була. Йыйылған халыҡты ихлас сәләмләп, сәхнәгә йылмайып килеп сыҡҡан яҙыусы иң беренсе баш ҡалабыҙ тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Иң тәү иғтибарымды йәлеп иткәне - Өфө урамдарының таҙалығы. Бында ҡала етәкселегенең генә тырышлығы түгелдер, күрәһең. Ҡала халҡы ла урамдарҙың таҙа, матур булыуын теләй. Бында мәҙәниәтле халыҡ йәшәйҙер, тип инанам, - тине ул. Яҙыусыны тыңларға килеүселәрҙең йөҙөн был минуттарҙа ғорурлыҡ тойғоһо солғап алды. Юлай Кәримов фотолары.