Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов Китап байрамындағы "Изге подписка" хәйриә акцияһында ҡатнашты. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы. - Яугирҙәребеҙ ғаиләләренә төрлө яҡлап ярҙам итергә кәрәк, шул иҫәптән рухи яҡтан да. Акцияны ихлас күңелдән күтәреп алдым,- тине ул. Китап байрамының һәр көнөндә лә гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Бының өсөн "Китап" нәшриәтенең стенды янына килергә кәрәк. Яҙылыусылар араһында киске сәғәт 6-ла приздар уйнатыла. Акцияла баҫмаларға ярты йылға йәки күберәккә яҙылғандар ҡатнаша ала. Сығанаҡ: resbash.ru