Нәфсеңде тыя бел, булғанына шөкөр ит, тигән боронғолар. Ләкин хәҙерге заманда ололарҙың һүҙенә иғтибар итеп бармайҙар. Ләкин күп ваҡыт тормош үҙе барыһын да урынына ултырта. Таһир менән булған ваҡиға ла быны иҫбатланы. Таһир – дүрт балалы ғаиләлә иң төпсөгө булып үҫте. Шуға уны ата-әсәһе лә, апайҙары ла саманан тыш иркәләп үҫтерҙеләр. Теләгәнен ашаны, теләгәнен кейҙе. Институт тамамлағас, аҡсалы ғына эшкә урынлашты. Фатир алырға тип өҙгөләнергә тура килмәне уға. Ата-әсәһе вафат булыр алдынан фатирҙы бәләкәс улдарына яҙҙырғайны. Апайҙары ла был ҡарарға ҡаршы килмәне. Хеҙмәт хаҡы мул, иркенләп тотоноп, бошонмай йәшәп тик ятты. Бай, аҡсалы егет эргәһендә ҡыҙҙар ҙа күп булды. Ләкин улар араһында үҙе һымаҡ иркә генә үҫкән, атаһы ғүмер буйы етәкселектә эшләгән Гөлназға ғашиҡ булды. Ҡыҙ уҡытыусы һөнәренә уҡып сыҡһа ла, бер ҙә эшләргә ашыҡманы. Быға тиклем атаһының аҡсаһын туҙҙырһа, Таһирға кейәүгә сығыу менән иренең елкәһенә менеп ултырҙы. Эшләргә эше булмаһа ла, дуҫтары күп ине. Ял көндәре