Сыр әҙерләү рецебы менән Ҡәҙриә Ишмырҙина уртаҡлаша. "1 литр һөткә бер кг эремсек ҡушып, суйын кәстрүлдә болғата-болғата ҡайнап сығыр дәрәжәгә еткерҙем дә, эремсеген һөҙҙөм.Шул уҡ кәстрүлдә100 грамм һыйыр майын иреттем,2 йомортҡа1 сәй ҡалағы тоҙ1 сәй ҡалағы сода һалып, эремсек менән бергә болғаттым да, болғатҡанда ҡалаҡҡа эйәреп йөрөй башлағансы бешерҙем. Барлыҡҡа килгән массаны һауытҡа һалып һыуыттым.Ниңә үҙең бешергән ризыҡ шул ҡәҙәр тәмле була икән! Бисмилланы әйтеп, күңел йылыңды биреп бешергәнгә бит ул, әйеме, дуҫтарым?!"- тип яҙған ул. Ә һеҙ сырҙы нисек эшләйһегеҙ? Фото һәм сығанаҡ: "Зөһрә йондоҙ" төркөмөнән