Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Радик Динәхмәтов үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юлланды. Көҙ көнө ялға ҡайтҡанда, йырсыға “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеме лә бирелде. Әле ваҡытлыса ялға ҡайтҡан, ул яраланған. Йырсының ҡабырғаһы һынған. Әммә яугирҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү, ти ул. Шуға ул Оборона министрлығы бүлгән өс миллион һум компенсацияны тиҙерәк еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлдергә булған. Республика Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң "Башҡортостан" полкына пилотһыҙ осоусы аппараттар алыуға һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ҡалғанына Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарына маскировкалау селтәренә кәрәкле материалдар һатып алырға ҡарар иткән. Беҙ йырсы - яугирҙең тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ! Фото һәм сығанаҡ: "Башҡорт батальоны" телеграм-каналы.