Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Төркиә менән хеҙмәттәшлек нығына

25 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең эшлекле берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе бизнес-делегацияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Төркиә менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, тип билдәләне. - Беҙҙең өсөн Төркиә, асылда, тышҡы сауҙа тауар әйләнеше күләме буйынса икенсе дәүләт булып тора. Беҙ быға бик шатбыҙ. Был тенденция артабан да үҫешер, тип ышанабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ тәрәнерәк сәнәғәт кооперацияһы юлы буйлап барырға тырышабыҙ. Төркиә Республикаһының бер нисә предприятиеһы беҙҙә эшләй башланы ла инде - кемдер әлегә үҙенең эшмәкәрлеге башында, ә кемдеңдер етди эшләнмәләре бар. Мәҫәлән, күптән түгел Төркиәнең «Лимак» холдингы менән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса ҙур проектты тамамланыҡ. Әле Төркиә төҙөүселәре ҡатнаша алырлыҡ тағы ла бер инфраструктура проектын әҙерләйбеҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар, тип һы

25 майҙа Сибайҙа «Урал аръяғы» VI Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең эшлекле берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Төбәк етәксеһе бизнес-делегацияла ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм Төркиә менән Башҡортостанды күптәнге дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре бәйләй, тип билдәләне. - Беҙҙең өсөн Төркиә, асылда, тышҡы сауҙа тауар әйләнеше күләме буйынса икенсе дәүләт булып тора. Беҙ быға бик шатбыҙ. Был тенденция артабан да үҫешер, тип ышанабыҙ, - тине Радий Хәбиров. - Беҙ тәрәнерәк сәнәғәт кооперацияһы юлы буйлап барырға тырышабыҙ. Төркиә Республикаһының бер нисә предприятиеһы беҙҙә эшләй башланы ла инде - кемдер әлегә үҙенең эшмәкәрлеге башында, ә кемдеңдер етди эшләнмәләре бар. Мәҫәлән, күптән түгел Төркиәнең «Лимак» холдингы менән Өфөнән Көнсығыш сығыу юлын төҙөү буйынса ҙур проектты тамамланыҡ. Әле Төркиә төҙөүселәре ҡатнаша алырлыҡ тағы ла бер инфраструктура проектын әҙерләйбеҙ. Үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе артабан үҫтереү өсөн кәрәкле бөтә нәмә бар, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы. - Тәү сиратта, был ике дәүләт - Рәсәй Федерацияһы һәм Төркиә Республикаһы башлыҡтарының ихтирамлы мөнәсәбәте. Икенсенән, Төркиәлә беҙҙең вәкиллек һөҙөмтәле эшләй. Өфө менән Истанбул, Төркиәнең башҡа ҡалалары араһында тура рейстар бар, - тине Радий Хәбиров. - «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы барышында яңы ҡарарҙарға һәм башланғыстарға сыға алырбыҙ тип ышанам. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева, эшлекле хеҙмәттәшлекте артабан әүҙемләштереү өсөн көҙ көнө Өфөлә Төркиә Республикаһының Почётлы консуллығы асыласаҡ, тип хәбәр итте. Рәсәй-Төркиә эшҡыуарҙары ассоциацияһының етәксе советы президенты Эрдем Аджай «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләне һәм уны төбәктең, шул иҫәптән потенциаль сит ил инвесторҙарының иҡтисади ҡеүәте менән таныштырыу өсөн шәп майҙансыҡ тип атаны. Рәсәйҙең Төркиәләге сауҙа вәкиле Айҙар Ғашиғуллин Башҡортостандан бизнестың Төркиә баҙарына сығыуы һәм ҡаты конкурентлыҡ көрәшендә үҙ урынын биләүе хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, «Метта» компанияһы Төркиәлә, мебель өлкәһендә конкуренция юғары булыуға ҡарамаҫтан, эргономик креслолар етештереү фабрикаһын сафҡа индергән. Төркиә бизнесы вәкилдәре осрашыуҙа ауыл хужалығы өлкәһендә берлектә эшләү, ҡунаҡханалар, кафе һәм ресторандар өсөн торбалар, ҡорамалдар етештереү менән ҡыҙыҡһыныуҙары хаҡында һөйләне. Яҡтар инвестиция һабантуйы майҙансығында Башҡортостанда проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн потенциаль партнерҙар таба алыр тигән ышаныс белдерҙе. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан