Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов “Изге подписка” акцияһына ҡушылды

– Матбуғат баҫмаһы – иң яҡшы бүләк, сөнки ул даими рәүештә кешеләрҙең өйөнә килә һәм һеҙҙең иғтибарығыҙ тураһында иҫкә төшөрөп тора, – ти Вәдүт Ғәйфулла улы һәм акцияға ҡушылырға саҡыра. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 24 майҙан 26-на тиклем хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә, ветерандарға һәм теләгән һәр кемгә «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң гәзит һәм журналдарына яҙылып, ошондай бүләк эшләргә мөмкин. Һеҙҙе Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте стенды янында көтәләр. Йәрминкәлә көн һайын киске сәғәт 6-ла баҫмаға яҙылыусылар араһында бүләктәр уйнатыла. Отош уйынында «Китап байрамы» уҙған көндәрҙә ярты йылдан кәм булмаған ваҡытҡа матбуғатҡа яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. "Китап байрамы"ның программаһы менән “Бәйләнештә” һәм Телеграмда танышығыҙ. Фото: Вәдүт Исхаҡовтың шәхси аккаунтынан.