25 майҙа Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Терра Урал аръяғы» экопаркында булды. Бында «Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан халыҡтарының туй йолалары фестивале һәм самауырҙар күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡортостан Башлығы экопарк майҙансыҡтарының эше менән танышты. Уларҙың береһендә боронғо башҡорт йолалары буйынса туй йолаһы үткәрелде. Радий Хәбиров яңы өйләнешкән Денис һәм Азалия Хәбибуллиналарҙы никахтары менән ҡотланы һәм ғаилә тормошон башлау хөрмәтенә бүләк тапшырҙы. Артабан Радий Хәбиров Баймаҡ һәм Йылайыр райондарының милли ихаталарын ҡараны, үҙенең продукцияһын Рәсәйҙең ҙур ҡалаларында һатҡан урындағы сәй етештереүселәр менән аралашты. Экопарк майҙансыҡтарында Саҡмағош, Мәләүез һәм Әлшәй һәм башҡа райондар көнкүреш әйберҙәре, кейем-һалым, милли аш-һыу экспозицияларын ойошторған. Шулай уҡ «Терра Урал аръяғы» экопаркында самауырҙар фестивале уҙҙы. Унда республиканың 19 муниципалитеты ҡатнашты, улар 389 самауыр тәҡдим итте. Иң күп самауырҙар Көйөргәҙе районынан булып сыҡты, бөтәһе 45 дана. Тематик майҙансыҡтарҙа булғанда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инвестиция һабантуйы ҡунаҡтары менән аралашты. Улар эшлекле һәм мәҙәни программаның төрлөлөгөн билдәләне. «Урал аръяғы» бизнес-форумының үҙенсәлекле форматы булып форумда ҡатнашыусыларҙы республика халыҡтарының милли һәм гастрономик традициялары менән таныштырырға мөмкинлек биреүендә лә инде. Иртәгә форумда ҡатнашыусылар Әбйәлил районында үтәсәк һабантуйҙа ҡатнаша. Автор фотоһы
Радий Хәбиров» «Терра Урал аръяғы» экопаркы менән танышты
25 мая 202425 мая 2024
1 мин