Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йомарланған гәзиттәрҙе ҡулым менән "үтекләп" уҡып ултырғаным һаман да хәтеремдә...

Өфөлә “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһе ысынында халыҡ-ара кимәлдә үтә. Уның барышын сит илдә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Ошо хаҡта Италиянан Тәнзилә Кейекбаева уртаҡлашты. “24- 25 майҙа Өфөлә үтәсәк Китап байрамына ҡарата. Мин тағы сәфәрҙә. Сит илдәрҙә байтаҡ ватандаштарыбыҙ йәшәй. Уларға Башҡортостандан алып килгән китаптарҙы тараттым. Сәфәремде яҡташым Лира Юлдашбаеванан башланым. Ул алып килгән китаптарҙы сат йәбешеп алып ҡалды. Сит ерҙәрҙә һәр кем үҙ теленә, үҙ телендәге әҙәбиәткә һыуһағанын мин яҡшы аңлайым. Ҡасандыр үҙем дә шул хәлдә инем. Йомарланған гәзиттәрҙе ҡулым менән үтекләп уҡып ултырғаным һаман да хәтеремдә...” – тип яҙҙы Тәнзилә Кейекбаева. Фото: Тәнзилә Кейекбаеваның ғаилә альбомынан.