Краснокама районы Күпербаш ауылында йәшәгән Лилиә Муллаярова заказға кейем тегә. Был эште юғарыраҡ кимәлгә күтәрергә уға “Демография” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһы ярҙам итә. Бүленгән аҡсаға оҫта махсус теген машинаһы һәм башҡа кәрәк-яраҡ ала, тип хәбәр итә Краснокама районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге. Бәләкәй саҡта ҡурсаҡтарына кейем тегә, был мауығыуы уны ошо йүнәлеш буйынса юғары уҡыу йортона алып бара. Институтты тамамлағандан һуң был йүнәлештә эшләргә тура килмәй, шулай ҙа һөнәрен онотмай, үҙенә, яҡындарына тегеп кейҙерә. Пандемия осоронда ҡыҙҙары социаль селтәрҙә сәхифә асырға кәңәш бирә. Шулай модалы күлдәктәр, блузкалар, тәбиғи туҡыманан костюмдар тегә ул. Был эште үҫтерер өсөн заманса яҡшы ҡорамалдар кәрәк. Мәшғүллек үҙәгендә уға социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам программаһында ҡатнашырға тәҡдим итәләр. – Мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә тора инем. Киләсәктә үҙ эшемде асырға ниәтләп, унда үҙ бизнесыңды асыу буйынса уҡыным. Социаль килешеү программаһы хаҡында белеп ҡалғас та, тиҙ генә бизнес-план эшләп алдым һәм уны уңышлы яҡланым. Программа буйынса алған 350 мең һум аҡсаны теген машинаһы һәм башҡа кәрәкле ҡорамалдар алыуға тотондом, – тип һөйләй Лилиә. Хәҙер эшҡыуар ҡатын ҙур ҡалаларҙа йәшәүселәрҙән дә заказдар ала. Тәбиғи туҡымалар менән эшләй. Бигерәк тә балалар кейемен тектереүселәр күп. Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Демография” (национальный проект "Демография") милли проектына ярашлы атҡарыла. Фото һәм сығанаҡ :https://contenta.info/press_releases/731772#scroll.