Өфөлә “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ойошторолған “Изге эштәр” акцияһына Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров һәм уның тормош иптәше “Тамыр” телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһарина ҡушылды. – “Китап байрамы”ның әһәмиәте ҙур. Һуңғы йылдарҙа китапҡа ҡараш үҙгәрҙе, китап уҡыусылар аҙайҙы. Был дөрөҫ түгел, сөнки китап уҡыуға бер нәмә лә етмәй. Китап уҡыған кеше һәләтле, белемле, киң ҡарашлы, мәғлүмәтле була. Йәрминкәлә төрлө уҡыусыға тәғәйенләнгән әҫәрҙәр тәҡдим итәләр – был бик яҡшы күренеш. Беҙ ҙә һәр ваҡыт ошо сараға килеп, ғаиләбеҙгә китап алабыҙ. “Изге эштәр” акцияһына килгәндә, бик яҡшы сара, тип әйтер инем, сөнки һуңғы йылдарҙа гәзит-журналдарҙың тиражы кәмеп бара. Был иһә уларҙың бөтөү ҡурҡынысын тыуҙыра. Үҙебеҙҙең матбуғатты һаҡлап ҡалыу өсөн әүҙемлек күрһәтергә тейешбеҙ – һәр кеше үҙенең туғандарына, тыуған ауылына, мәктәбенә, мохтаждарға йәки башҡаларға гәзит-журналдарға яҙыла ала. “Изге эштәр” акцияһы бик матур ойошторолған, кешеләр яҙыла.
Зариф Байғусҡаров милли баҫмалар яҙмышына битараф түгел
25 мая 202425 мая 2024
1
1 мин