Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов эш сәфәре менән Хәйбулла районында булды. Ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәләренә түбәндәге посты яҙған. "Хәйбулла районы республиканың иң алыҫ райондарының береһе, далалы һәм сәнәғәтле. Бында иҡтисад та, үҫеш тә бар. Совет заманынан алып ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәрлеге урындағы парадигмаға индерелгән. Райондың «социалкаһы» күп осраҡта «таусылар» тарафынан хуплана һәм район хакимиәте улар менән һәр ваҡыт диалогта тора. Шуның менән бергә тау-мәғдән производствоһы менән бәйле проблемалар ҙа бар. Тәү сиратта был, әлбиттә, махсус техниканың урындағы юлдарға йоғонтоһо. Был мәсьәлә Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның күсмә кәңәшмәһенең көн тәртибендә төп мәсьәлә булып торҙо. Аҡъярҙа барыһы менән дә конструктив һөйләшеү булды. Компаниялар иҫкәртмәләргә һәм тәнҡитте ҡабул итте, хәлде яҡшыртыу һәм килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү